Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошмаһы идаралығында 15 фән докторы һәм 30-ҙан ашыу фән кандидаты бар. Былтыр һәм быйыл ойошманың әүҙем ағзалары үҙҙәренең ижад емешен китап итеп сығарырға өлгәшкән.
Улар араһында Миңһылыу Усманованың башҡорт теле буйынса "Башҡортса дөрөҫ һөйләшәйек!", Фирҙәүес Ғилметдинованың "Словарь ранних русских заимствований", Гөлнур Ҡолһаринаның "Этноязыковая картина мира в текстах башкирского фольклора" монографияһы, Гөлнур Хөсәйенованың "Башҡорт халыҡ ижады. Бөйөк Ватан һуғышы фольклоры", Розалия Солтангәрәеваның "Башкирский фольклор: семантика, функции и традиции", Луиза Сәмситованың "Башҡорт теле. Ҡушма һөйләм синтаксисы: уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 8-се класы өсөн дәреслек" дәреслеге һәм башҡа эштәр донъя күргән.
"Россия" медиа үҙәгендә Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылына, 8 февралдә билдәләйәсәк Рәсәй фәне көнөнә арналған "Фән һәм ҡатын-ҡыҙ" матбуғат конференцияһында ҡатнашҡан ғалимә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең ошо фәнни хеҙмәттәре, башҡорт фольклорының тәрбиәүи әһәмиәте һәм уны бөгөнгө шарттарҙа йәш быуынға еткереү тураһында һөйләне.
Әйтергә кәрәк, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәт ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен таратыуға һәм үҫтереүгә айырыуса иғтибар бирә һәм үҙе етәкләгән ойошма ағзаларын да был йүнәлештә эшләүгә ҡеүәтләп тора.