Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Февраль 2021, 16:08

Ура, каникул!

1 класс уҡыусылары февраль уртаһына тиклем ял итә.

Балалар һәм ата-әсәләр өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ: Рәсәй Федерацияһының “Белем биреү ойошмаларында уҡыуҙы ойоштороу һәм уҡыу шарттарына санитар-эпидемиологик талаптар” законы сиктәрендә 1 класс уҡыусылары өсөн 8 февралдән алып 14 февралгә тиклем өҫтәлмә каникулдар иғлан ителде.
Ял көндәре алдынан һәр белем усағы балаларҙың каникулын ойоштороу шарттарын булдырырға, балаларҙың хәүефһеҙлеге сиктәрендә уларға аңлатыу эштәре алып барырға, улар менән йәмәғәт урындарында, таныш түгел кешеләр менән үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәһе, юл-хәрәкәт ҡағиҙәләре, ОРВИ, грипп, коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу юлдары хаҡында әңгәмә үткәрергә бурыслы.
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: