Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Ғинуар 2021, 12:48

Радий Хәбиров: “Евразия ғилми-белем биреү үҙәге “белем иҡтисады”н үҫтереү үҙәгенә әүерелер”

Ул шулай уҡ Инновацион-технологик зона булдырыу хаҡында ла әйтте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең әһәмиәте тураһында һөйләне.
“Башҡортостандағы фән ҡалаһы “белем иҡтисадын” үҫтереү үҙәгенә, ысын “стартаптар фабрикаһы”на әүереләсәк, – тине ул. – Быйыл “Сколтех” университеты менән республика магистранттары һәм аспиранттары өсөн берлектәге программаны тормошҡа ашыра башлайбыҙ. Шулай уҡ төбәк “мегагранттар”ын ғәмәлгә индереп, предуниверсарийҙар селтәрен киңәйтәсәкбеҙ. 2024 йылға заманса студент кампусын төҙөйбөҙ, сит ил студенттары һанын 10 меңгә тиклем арттырабыҙ. Беҙҙең ғилми-белем биреү үҙәге республикаға таланттарҙы йәлеп итәсәк, Рәсәй һәм донъя компаниялары менән партнерлыҡты нығытасаҡ. Зәки Вәлиди урамындағы оҙаҡ ваҡыт эшләмәй торған комплекста йәй IQ-парктың – “Сколково”ның төбәк операторы статусына эйә булған юғары технологиялар технопаркының беренсе сиратын сафҡа индерәбеҙ. Ул инновациялы бизнес өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡты тәшкил итәсәк. Парк резиденттары “Сколково” ресурстарынан, махсус өҫтөнлөктәрҙән һәм заманса хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген аласаҡ”.
Радий Хәбиров ғилми-белем биреү үҙәге проекттарын тормошҡа ашыруҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе, үҙәкте үҫтереүгә булышлыҡ иткән йәш ғалимдарҙы айырым телгә алды. Ул шулай уҡ Инновацион-технологик зона булдырыу хаҡында ла әйтте.
Фото: gtrk.tv
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: