Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Ғинуар 2021, 11:15

Башҡортостандан 500-ҙән ашыу студент ҡатнаша

/

“Мин – профессионал” студенттар олимпиадаһында 29 меңдән ашыу ҡатнашыусы онлайн тәртибендә уҙғарылған һайлап алыу этабы бурыстарын уңышлы үтәп, һуңғы этапҡа үтте.
Йәштәрҙең 500-ҙән ашыуы Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарында белем ала. Мәғлүм булыуынса, “Мин – профессионал” олимпиадаһы – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһындағы алдынғы проекттарҙың береһе.
Сараның һуңғы этабы февраль уртаһында башлана һәм апрель аҙағына тиклем дауам итә. Был этапҡа үткәндәр “Юриспруденция”, “Дауалау эше һәм педиатрия”, “Материалдар менән эшләү һәм материалдар технологияһы”, “Экология”, “Психология” кеүек йүнәлештәр буйынса яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Башҡортостан олимпиаданың финалсылары һаны буйынса алдынғы төбәктәр тиҫтәһенә инде.
Дипломанттар майҙа асыҡлана. Тап шул осорҙа олимпиаданың һуңғы этабына йомғаҡ яһала. Йыйылған мәрәйҙәр һанына ҡарап, дипломанттар призерҙарға, еңеүселәргә һәм миҙалсыларға бүленә. Уларҙың барыһы ла Рәсәйҙәге төп юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә ташламаларҙан файҙаланасаҡ һәм ҙур профилле компанияла стажировка үтеү мөмкинлеген аласаҡ. Алтын, көмөш, бронза миҙалсылар өсөн өҫтәмә бонус – 100-300 мең һумлыҡ премия ҡаралған.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Bash-ortostandan-500--n-ashiu-student-atnasha-643414/
Читайте нас: