Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Ғинуар 2021, 17:37

Баланы мәктәпкә ебәрергәме, юҡмы?

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был әйтелгәндәр талап түгел, ә кәңәш.

Республикала ҡышҡы селлә етте. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә лә һыуыҡтар көтөлә. Балаларығыҙҙы, бигерәк тә башланғыс класс уҡыусыларын мәктәпкә ебәргәндә, һауа торошона иғтибарлы булырға саҡыралар.
Әгәр ҙә һауа температураһы -23 градустан түбән булһа, 1-4-се класс уҡыусылары мәктәпкә бармаҫҡа хоҡуҡлы. 25 градустан һыуығыраҡ икән - ауыл мәктәбендә уҡыған 5-9-сы класс уҡыусыларына, 27 градустан түбәнде күрһәтһә, ҡала уҡыусыларына дәрестәргә килмәҫкә рөхсәт.
Ауыл ерендә йәшәгән юғары класс уҡыусылары – 30, ҡалала йәшәгәндәр 32 градус һыуыҡта дәрестәрҙе ҡалдыра ала.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былар талап түгел, ә кәңәш. Балаһын мәктәпкә ебәрергәме-ебәрмәҫкәме икәнлеген һәр ата-әсә үҙе хәл итә. Иң мөһиме – хәүефһеҙлек. Класта бер бала булған хәлдә лә, уҡытыусы дәрес уҙғарырға тейеш.
Фото: foresta.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: