Бөтә Рәсәй “Ҙур тәнәфес” конкурсында Асҡын районы уҡыусыһы Максим Рогатин, финалға сығып, иптәштәрен һәм уҡытыусыларын һөйөндөрҙө. “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә республиканан 17 бала саҡырылғайны. Уларҙың етеһе берәр миллион һум аҡса отто. Еңеүселәр араһында райондың 1-се мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Максим Рогатин да бар.
Башҡортостан уҡыусылары Ҡырымдан 13 приз алып ҡайтты. Проекттың ярымфиналында үҫмер үҙ командаһы менән “Аҡыллы ҡала” проектын презентацияланы. Класс етәксеһе Гөлнара Хәкимова ысын күңелдән уҡыусыһының ҙур уңышы менән ғорурлана. “Был - мәктәп тарихында тәүге шундай шатлыҡлы оло ваҡиға”, ти ул. Максим спорт менән шөғөлләнә, яҡшы уҡый. Ярыштарҙың республика этабын 15 меңдән ашыу уҡыусы үтә. Максим хәҙер үҙе түбән класта уҡыған балаларға ололарса кәңәш бирә.”Белем алырға ашығығыҙ, аҙаҡ ваҡытығыҙ ҡалмаҫ,” - ти ул. Үҫмер үҙенең тәүге миллионын белем алыуға тотонмаҡсы. Уның хыялы – киләсәктә юрист булыу.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/U-iusi-millioner-As-inda-y-sh-y-623452/