Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Декабрь 2020, 21:39

Полилингваль мәктәптәр артасаҡ

Шуларҙың береһе Аҡъяр ауылында төҙөлә

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостанда булдырылған полилингваль мәктәптәр тураһында ла һүҙ барҙы. Был турала республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.
Бындай өс мәктәп бөгөндән эшләй. Уларҙың икәүһе 2019 йылда Өфөлә һәм береһе 2020 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында асылғайны. Яңы йыл ялдарынан һуң дүртенсе полилингваль мәктәп Нефтекама ҡалаһында тәүге уҡыусыларын ҡабул итәсәк.
Республикала был эшкә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, ошоноң кеүек мәктәптәр 2021 йылда Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарын ла асылырға тейеш. Ә 2024 йылға тиклем улар ун ҡала һәм биш район үҙәгендә барлыҡҡа киләсәк.
– Мәктәптәр Әбйәлил, Салауат, Белорет, Иглин райондарында, Учалы, Ишембай, Туймазы, Дүртөйлө һәм Сибай ҡалаларында төҙөләсәк. 11 полилингваль мәктәп янында интернаттар буласаҡ. Улар төҙөлгәс, балалар Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеп уҡый аласаҡ, - тине министр.
Ни өсөн полилингваль мәктәптәргә шулай ҙур иғтибар бүленә? Сөнки бында тәрән итеп рус, туған тел һәм бер нисә сит ил телдәре өйрәнелә, уҡытыу бер нисә телдә алып барыла, ҡайһы бер предметтар билингваль нигеҙҙә уҡытыла. Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя халыҡтарының мәҙәни байлығы өйрәнелә.
Икенсенән, шәхси белем биреү траекторияһы формалаштырыла, программа уҡыусының мохтажлығынан иҫәпкә алып төҙөлә. Предметтар тәрән өйрәнелә, 5 кластан профилле белем биреү башлана. Өсөнсөнән, был мәктәптәр “тулы көн” тәртибендә эшләй, балаларға шәхси үҫеш өсөн киң мөмкинлектәр бирелә, улар төрлө түңәрәктәр, студиялар, секцияларҙа шөғөлләнә.
Әле эшләгән өс полилингваль мәктәптә 4 мең самаһы бала уҡый, 200 педагог эшләй. Был мәктәптәр яңы, матур, ҙур биналарҙа урынлаша, матди-техник яҡтан яҡшы ҡорамалландырылған.
– Быйыл Өфөнөң полилингваль мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар асылды. Унда уҡығандар тәрән итеп телде, тәбиғи фәндәр уҡый, хәрби һәм спорт йүнәлештәре буйынса шөғөлләнә. Балаларҙы патриотик йәһәттән тәрбиәләйҙәр, – тине Айбулат Хажин.
Радий Хәбиров был мәсьәләне даими иғтибарҙа тоторға һәм ошондай мәктәптәр һанын арттырырға ҡушты. Шулай уҡ интернаттар төҙөүҙө тиҙләтергә йөкләмә бирҙе.
Фото: uksrb.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: