Хәйбулла хәбәрҙәре
-12 °С
Ясна
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Декабрь 2020, 12:17
Күп ваҡытты һанлы мөхиттә үткәрәбеҙ...
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проектына ярашлы, Дүртөйлө районында дүрт “Үҫеш нөктәһе” эшләй. Улар мәктәптәр нигеҙендә асылды һәм ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙағы балаларға яңы белем биреү алымдарын үҙләштерергә ярҙам итә.
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел бөтә ил буйынса “Нейрон селтәрҙәр һәм коммуникациялар” тигән темаға “Һан дәресе” уҙғарылды. Унда райондан 4179 уҡыусы ҡатнашты. Дәрес һанлы иҡтисадтың төп компетенцияларын үҫтереүгә, шулай уҡ балаларға мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә һөнәри йүнәлеш биреүгә арналды. Пандемия шарттарында уҡыусылар һанлы мөхиттә күп ваҡытын уҙғара, шуға күрә глобаль селтәрҙә аралашыу йәһәтенән уларҙың белем кимәлен күтәреү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Дәрес видеолекцияны, һөнәри йүнәлеш биреүсе тесты, онлайн-тренажерҙағы күнекмәләрҙе үҙ эсенә алды. I – IV кластар нейроселтәрҙәр эше нигеҙҙәрен үҙләштерҙе һәм социаль селтәрҙәр өсөн дуҫтарының тәҡдимдәре алгоритмын төҙөп ҡараны.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/K-p-va-itti-anli-m-hitt--tk-r-be-596555/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?