Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Декабрь 2020, 23:48

Был һуңғыһы түгел

*

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты мәғариф ойошмаларына матди базаһын яҡшыртыу һәм белем сифатын күтәреү мөмкинлеген бирә.
Ошо проект нигеҙендә Күгәрсен районының Күгәрсен ауылы урта мәктәбенә 30 ноутбук һәм күп функциялы ҡулайлама тапшырылды. Улар уҡытыусыларға заманса, мауыҡтырғыс дәрестәр үткәреү мөмкинлеген бирәсәк. Әйткәндәй, ҡорамалдар менән тәьмин итеү артабан да дауам итәсәк.
“Донъя үҙгәрә, белем биреү ҙә бер урында туҡтап ҡалмай. Әле мәктәптәрҙә мотлаҡ заманса компьютер техникаһы, юғары тиҙлектә интернетҡа тоташыу мөмкинлеге булырға тейеш” – тине мәктәп директоры Эльвира Сибәғәтова.
Тиҙҙән мәғариф ойошмаһында информатика дәрестәрендә яңы ҡорамалдарҙы ҡуллана башлаясаҡтар. “Һанлы белем биреү мөхите” проектына ярашлы, 2023 йылға тиклем Күгәрсен районында йәнә 14 мәктәпте компьютер техникаһы менән йыһазландырыу планлаштырыла.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: