Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Декабрь 2020, 23:59

Башҡортостанда “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре үҫешә

*

Башҡортостан Республикаһында былтырғы йыл дауамында 133 “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәге асылған. Белеүебеҙсә, был башланғыс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы барлыҡҡа килгән “Заманса мәктәп” федераль программаһы буйынса тормошҡа ашырыла.
Республикалағы “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре берҙәм төбәк селтәренә берләшкән һәм улар Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән БР Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан даими иғтибар үҙәгендә тотола. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары тарафынан уларҙың эшмәкәрлегенә методик йәһәттән булышлыҡ итеү ҙә яйға һалынған.
Былтыр Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы базаһында “Үҫеш нөктәһе. Заманса технологиялар биләмәһе” беренсе республика белем биреү форумы үткәйне. Унда 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, республиканың төрлө район һәм ҡалаларында асылған “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре етәкселәре һәм педагогтары, мәғариф бүлектәре белгестәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары үҙ-ара фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлегенә эйә булды.
Артабан да был йүнәлештә бихисап саралар, семинарҙар ойошторолоп торҙо. Мәҫәлән, былтыр ҙа, быйыл да Өфө дәүләт нефть техник университеты, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Республика балалар белем биреү технопаркы майҙансыҡтарында “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре педагогтары өсөн белем биреү сессиялары ойошторолдо.
“Үҫеш нөктәһе” ябай ауыл, ҡасаба мәктәптәренә үҙҙәрен яңы мөхиттә, яңы кимәлдә һынау өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, Белорет районының Абҙаҡ урта мәктәбе Рәсәй белем биреү академияһы поектына инеүгә өлгәшкән һәм әлеге академия менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты араһындағы хеҙмәттәшлек өсөн инновация майҙансығы булыуға өлгәшкән.
Быйылғы йыл дауамында Башҡортостанда 42 “Үҫеш нөктәһе” барлыҡҡа килгән. 2023 йылға уларҙың дөйөм һаны республика буйынса 813-кә етәсәк, тип күҙаллана.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: