Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Ноябрь 2020, 12:48

Өс уҡыусыға – планшеттар

Районда «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» акцияһы дауам итә

Мәғлүм булыуынса, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» акцияһына быйыл яҙ – мәктәп уҡыусылары дистанциялы уҡыуға күскән осорҙа старт бирелде. Акция партияның төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы үткәрелә.
Ошо арала күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе тағы өс мәктәп уҡыусыһы гаджеттарға эйә булды.
Ярҙамға тәү сиратта мохтаждар исемлеген район мәғариф идаралығы төҙөй. Бында ғаилә статусы, балаларҙың йәше һәм уҡыу төрө иҫәпкә алына. 9-сы класс уҡыусылары тәрбиәләнгән аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләр айырыуса иғтибар үҙәгендә. Ҡабул итеү пункты мәғариф бүлегендә урынлашҡан: Аҡъяр ауылы, Салауат Юлаев проспекты, 20/1. Белешмәләр өсөн телефон: 2-26-20, мәғариф бүлегенән яуаплы хеҙмәткәрҙең телефоны: 2-24-06.
фото: Хәйбулла районы мәғариф идаралығы
Читайте нас: