Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
17 Ноябрь 2020, 12:51

Еңеүселәр араһында – Башҡортостан уҡытыусыһы!

Ләйсән Рәшит ҡыҙы Муллағәлиеваны Халыҡ-ара конкурста еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Борай ауылындағы 2-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Рәшит ҡыҙы Муллағәлиева “Еңеү дәрестәре” халыҡ-ара методик ҡулланмалар конкурсының “Туған тел” номинацияһында еңеү яуланы.
Был конкурс былтыр 1 сентябрҙә башланғайны. Ул Рәсәй тарихи йәмғиәте һәм “Ватан тарихы” фонды тарафынан Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм “Мәғрифәт” компаниялар төркөмө менән берлектә ойошторола. Төп маҡсат – Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү, тарихи белемде арттырыу, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү.
“Еңеү дәрестәре” халыҡ-ара методик ҡулланмалар конкурсына 10 ноябрҙә үткән “түңәрәк өҫтәл” барышында йомғаҡ яһалды. Илдәге хәл-торошто иҫәпкә алып, ойоштороусыларҙың һәм финалистарҙың күпселек өлөшө унда ситтән тороп ҡатнашты.
Конкурста Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм 25 сит илдән, Донецк, Луганск Халыҡ Республикаларынан 15 мең самаһы педагог ҡатнашҡан. Уларҙың эштәре 11 номинация буйынса билдәләнгән. “Иң яҡшы тарих дәресе”, “Иң яҡшы социаль мәктәп проекты”, “Иң яҡшы һынлы сәнғәт дәресе” йүнәлештәре буйынса эштәр айырыуса күп ҡабул ителгән. Еңеүселәр араһында Башҡортостан уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиеваның да булыуы – әлбиттә, ҙур ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс. Ләйсән Рәшит ҡыҙын еңеүе менән ихлас ҡотлап, тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: