Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
1 Ноябрь 2020, 12:23

Аҙаштарға уңыш йылмайған

Хәйбулла ҡыҙы Наҙгөл Ҡужагилдина һәм Баймаҡ районынан Нәҙгөл Янбаева республика премияһына лайыҡ булған

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында белемгә ынтылған, дәртле һәм маҡсатлы студенттар уҡый. Ошо көндәрҙә педагогия факультетында белем алған Наҙгөл Янбаева - республика Башлығы, Наҙгөл Ҡужагилдина Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияға лайыҡ булған. Ике Наҙгөл дә - уҡыу йортоноң һуңғы курсында. Береһе Баймаҡ районының Кәрешкә ауылы ҡыҙы булһа, икенсеһе Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан.
Ҡыҙҙарҙың икеһе лә яҡшы уҡый, белем усағының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө фәнни-ғәмәли конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша, бик күп бәйгеләр еңеүселәре. Тап ошо белемгә ынтылыштары һәм алға ҡуйған маҡсаттары уларҙы оло уңышҡа килтергән.
Әйткәндәй, стипендия студенттарҙың матди хәлен яҡшыртыуға ғына түгел, киләсәккә ышанысы ла. Ике Наҙгөлгә лә артабан да уңыштар йылмайһын!
Фото: Сибай институты сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: