Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем диктантта ҡатнаша ала. Быйыл рәсми сайт һәм диктант эштәре инглиз, испан телдәренә тәржемә ителәсәк. Улар 2020 йылдың 3 ноябрендә 00.01 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) “Ҙур этнографик диктант”тың рәсми сайтында (
www.miretno.ru) баҫыласаҡ. Был эштәр текст рәүешендә рәсмиләштерелгән һәм диктантта ҡатнашҡан һәр кем өсөн дөйөм федераль (20 һорау), Рәсәй Федерацияһының һәр төбәге өсөн төбәк өлөштәрҙән (10 һорау) тора. Барлыҡ эштәрҙе башҡарған өсөн ҡуйыласаҡ максималь балл – 100. Диктантты үткәреү ваҡыты – 45 минут. Ошо ваҡыт үткәс, эштәрҙе башҡаса башҡарып булмаясаҡ. Ҡатнашҡан кешенең эш һөҙөмтәләре күрһәтелгән сертификат ошо ваҡыт үткәс электрон төрҙә буласаҡ.