Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Октябрь 2020, 10:59

"Ниндәй студенттар тураһында һөйләйһегеҙ? Был “шабашка”мы ни?”

Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп төҙөлөшө графиктан байтаҡҡа артта ҡала.

Республика адреслы инвестиция программаһы объекттарының береһе – Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп графиктан байтаҡҡа артта ҡалып төҙөлә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә ошо проблема тикшерелде.
Иҫке Сибайҙағы мәктәп былтыр ҡыш авария хәлендә тип таныла, уҡыусыларҙы туғыҙ километр алыҫлыҡтағы Сибайға йөрөтә башлайҙар. Июлдә иҫке бинаны һүтеп, генераль подрядсы – “Империя” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яңыһын төҙөй башлай. Объектты 2021 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана ине. Уның хаҡы – 363,54 миллион һумдан ашыу.
Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, эште тиҙләтеү өсөн ведомство генподрядсыға ярҙам күрһәткән: Сибай колледжынан 15 студентты йәлеп иткән, төҙөүселәрҙе БДУ филиалының дөйөм ятағына урынлаштырған. “Беҙ төҙөүсе түгел, шулай ҙа үҙ фекеребеҙҙе белдерәйек. Тиҙлек етмәй. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кисә төҙөлөш майҙансығына 24 эшсе, 15 студент килгән. Төштән һуң студенттарҙың бөтәһе лә ҡалған, ә төҙөүселәр кәмегән. Бөгөн иһә майҙансыҡта – 38 эшсе һәм 15 студент. Төҙөлөштө әүҙемләштерергә кәрәк, үҙебеҙҙең яҡтан ярҙам итергә әҙербеҙ”, – тине министр урынбаҫары Ф. Минәзев.
Дәүләт заказсыһы вәкиле – Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Артур Насиров әйтеүенсә, графиктан яҡынса ике аҙнаға артта ҡалалар. “Генераль подрядсы әле кран килтереүҙе ойоштора. Коллективты 30 октябрҙән 20 кешегә арттырырға ниәтләйҙәр. Хәл ҡатмарлы, әммә темпты арттырасаҡбыҙ”, – тине ул.
Генподрядсы компания етәксеһе районда кәрәкле төҙөлөш материалдары булмауға зарланды. Уларҙы Стәрлетамаҡтан һәм Магнитогорскиҙан ташыуға килешеү төҙөлгән. “Проект документацияһы сифаты буйынса ла мәсьәләләр бар. Улар хәл ителә. Проект ойошмаһы менән бәйләнешкә инеүгә, документты төҙәттереүгә һәм ҡайтанан алыуға байтаҡ ваҡыт китә”, – тине төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе.
Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы был фекер менән килешмәне. “Әле фундамент һәм кирбес һалыу буйынса һорауҙар юҡ”, – тине ул һәм генераль подрядсынан эште ике сменала ойоштороуҙы, сменаны 21.00 сәғәткә тиклем оҙайтыуҙы һораны.
“Урынға үҙем барып ҡарап сыҡтым, эште тиҙләтеүҙе һораным. Эш тә бармай, кеше лә юҡ. Ниңә әле кәңәшмәлә подрядсыны тәрбиәләйһегеҙ? Ултырған урынығыҙҙан тороп, объектҡа барығыҙ ҙа мәсьәләне шунда хәл итегеҙ. Ниндәй студенттар тураһында һөйләйһегеҙ? Был “шабашка”мы ни, объект өсөн аҡса түләмәйбеҙме? Проектлаусылар, күрәһең, күҙҙәрен бәйләп эшләгән. Улар урынға барып, бөтә нәмәне яңынан үлсәп сығырға тейеш. Тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә тапҡыр айырма буласаҡ! Әгәр хатаны төҙәтмәһәләр, улар тураһында бөтөнләйгә онотасаҡбыҙ. Объектта үҫеш күҙәтелмәһә, был подрядсы Башҡортостандағы бер генә төҙөлөш майҙансығында ла эшләмәйәсәк”, – тине Премьер-министр.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: