Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 14:21

690 мең һумға кемдәр лайыҡ?

Документҡа 35 йәшкә тиклемге ауылда эшләгән, грантҡа дәғүә иткән 150 уҡытыусының исеме ингән.

2 октябрҙә Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәттәр интернет-порталында 690 мең һумлыҡ грант аласаҡ йәш уҡытыусыларҙың исемлеге бирелде.
Документҡа 35 йәшкә тиклемге ауылда эшләгән, грантҡа дәғүә иткән 150 уҡытыусының исеме ингән. Элек гранттарҙың күләме 600 мең һум, алыусылар һаны 100 булһа, хәҙер грант күләме лә, наградланыусылар һаны ла артты.
Мәғариф һәм фән министрлығы 2020 йылдың 30 апрелендә гранттарға конкурс иғлан иткәндән һуң, дөйөм белем биреү ойошмалары һәм мәғариф идаралыҡтары ауылда ике йылдан да кәм эшләмәгән йәш уҡытыусылар араһынан гранттарға кандидаттар һайланы. Конкурстың тағы ла бер шарты - уҡытыусы хеҙмәт иткән ауылдағы халыҡ һаны 10 меңдән артмаҫҡа тейеш.
Фото: tulatv.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: