Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
31 Август 2020, 13:28

Башстат Башҡортостанда нисә уҡыусы, студент һәм уҡытыусы булыуын иҫәпләп сығарҙы

*

Уҙған уҡыу йылында 4 миллион халыҡ йәшәгән Башҡортостанда 1318 мәктәп эшләгән, уларҙа 488,3 мең бала һәм үҫмер белем алған (уларҙың 1320-һе шәхси мәктәптә уҡыған).
96 урта махсус уҡыу йортонда 78,3 мең студент — буласаҡ белгестәр (уларҙың 4,9 меңе — 7 шәхси уҡыу йортонда), 25,9 уҡыусы — буласаҡ эшселәр.
Башҡортостандың 10 юғары уҡыу йортонда (уларҙың 2-һе – дәүләткә ҡарамаған) һәм 18 филиалда 97,2 мең студент белем алған (92,7 меңе – дәүләттеке).
Мәғариф өлкәһендә 115 мең кеше эшләй (республикала эшләүселәрҙең 11%): 33,9 мең мәктәп уҡытыусыһы, 4,6 мең урта махсус һәм 4,9 мең юғары уҡыу йорто мөғәллиме.
Шулай уҡ республикала 215 өҫтәмә белем биреү ойошмаһы бар, уларҙа 285,8 мең бала шөғөлләнә, шул иҫәптән 48,7 меңе – музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә, тип иҫәпләп сығарҙы Башстат 1 сентябргә.
Читайте нас: