Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Август 2020, 11:07

Республикала тағы бер ҙур сара көтөлә

Андрей Назаров “Йәш профессионалдар” IX милли чемпионатына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) IX милли чемпионатына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы.
Сарала “Йәш профессионалдар” һөнәри берләшмәләрҙе һәм эшсе кадрҙарҙы үҫтереү агентлығы” берләшмәһе эксперттары ҡатнашты. Чемпионатты 2021 йылда йәй үткәреү планлаштырыла.
Берләшмәнең генераль директоры Роберт Ураҙов бындай чемпионаттарҙың илдәге колледждарҙа һәм техникумдарҙа уҡыған 60 меңдән ашыу студент өсөн етди социаль лифт булыуын билдәләне. Уларҙы берләштереүгә лә булышлыҡ итә. Сараға эш биреүселәр тарафынан ҡыҙыҡһыныу ҙур.
Милли чемпионатты ойоштороу мәсьәләләре, уны үткәреүгә талаптар тураһында генераль директорҙың урынбаҫары Карина Саликова һөйләне. Ул сараның ете һөнәри блокка бүленәсәге тураһында әйтте: төҙөлөш, мәғлүмәт технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәтләндереү өлкәһе, транспорт логистикаһы, мәғариф. Һәр береһе буйынса айырым талаптары бар. Чемпионатты үткәреү шарттары халыҡ-ара стандарттарға яуап бирергә тейеш.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республикала уҙасаҡ чемпионатҡа әҙерлек барышы тураһында һөйләне. Ул “Йәш профессионалдар”ҙың төбәк этабы 2016 йылдан бирле уҙғарылғанын билдәләне. Ошо йылдарҙа республика ыңғай тәжрибә туплаған: компетенциялар, ҡатнашыусылар һаны артҡан, эксперттар берлеге үҫешкән. 2019 йылдағы VII милли чемпионат финалында Рәсәй төбәктәре миҙал рейтингында Башҡортостан 13-сө урындан етенсегә күтәрелгән.
Андрей Назаров бындай кимәлдәге чемпионатты Башҡортостанда уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне.
– Сараны сифатлы үткәреү өсөн яҡын арала тейешле дирекция булдырыласаҡ, – тине беренсе вице-премьер.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: