Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә коронавирусҡа бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү менән башланып китте. Һуңғы мәғлүмәттәрҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Кононова хәбәр итте.
Тәүлек эсендә сирләгәндәр һаны 33 кешегә артҡан. Йәмғеһе 7567 кеше зарарланған. Әлеге ваҡытта дауаханаларҙа 77 кеше ята, бер кеше ауыр хәлдә. 722 кеше өйөндә дауалана. Ирина Кононова белдереүенсә, һауығыуҙың ыңғай динамикаһы күҙәтелә, дауаханаларҙа ковид өсөн урындарҙың 54 проценты буш.
Радий Хәбиров “Һаулыҡ поезы” эшмәкәрлеге тураһында белеште. Бөгөндән тәүгеләре Белорет, Саҡмағош райондарына юлланған да. Был эш артабан дауам итәсәк һәм республиканың барлыҡ райондарына ла тиерлек барып етәсәк.
Республика етәксеһе йәнә 1 сентябрҙе бер ни тиклем борсолоу менән көтөүе тураһында белдерҙе.
– Хәҙер балалар баҡсалары, мәктәптәр, урта һәм юғары уҡыу йорттарына 900 мең самаһы бала һәм 65 мең самаһы уҡытыусы, тәрбиәсе һәм башҡалар сығасаҡ. Беҙҙе бик көсөргәнешле мәл көтә. Әгәр барыһы ла яҡшы булып, тәүге ике-өс аҙна осорҙо имен үткәреп ебәрә алһаҡ, артабан еңелерәк буласаҡ. Ә инде шунда уҡ зарарланыуҙар, сир усаҡтары барлыҡҡа килә башлаһа, ун көн эсендә барыһын да кире ябып бөтөүебеҙ ихтимал, – тине Радий Хәбиров.
Шуға күрә ул бөтә яуаплы кешеләргә үҙ эшенә иғтибарлы булырға һәм барлыҡ талаптарҙы үтәргә ҡушты. Радий Фәрит улы мәктәп инспекторҙарына иғтибарлы булырға саҡырҙы. Студенттар үҙ районына ҡайтмаһын, ә икенсе яҡҡа барһын һәм бар талаптарҙы танышлыҡһыҙ, теүәл үтәһен. тине.