Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Август 2020, 10:07

Мәктәптәрҙә инспектор эшләйәсәк

Коронавирус менән бәйле, белем усаҡтарына мәктәп инспекторҙары ебәреләсәк.

“Торатау” конгресс-холының концерт залында “Белем биреүҙең һанлы трансформацияһы – традицион белем биреүҙең киләсәге һәм яңы мөмкинлектәре” тигән Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе бара.
– Беҙ статус билдәләнек – коронавирус менән бәйле, белем усаҡтарына мәктәп инспекторҙары ебәреләсәк, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм медицина училищеларының бөтә сығарылыш студенттары мәктәптәргә барып, ике аҙна дауамында шунда буласаҡ. Битлек кейеүгә, дезинфекция үткәреүгә, бүлмәләрҙе елләтеүгә, социаль дистанция һаҡлау һәм башҡа эштәр улар иңендә.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, балалар сирҙе еңел үткәрә, ә бына ҡыҙ һәм малайҙарҙың ауырыуҙы уҡытыусыларға йоҡтороу ихтималлығы ныҡ көслө. Педагогтар араһында өлкән йәштәгеләр күп, уларҙы бигерәк тә ныҡ һаҡларға кәрәк.
– Ышанам, ауыр осорҙо үткәреп ебәрәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Тәүге ике аҙнала был йәһәттән ныҡ эшләһәк, инкубация ваҡытын үткәреп ебәрәсәкбеҙ, һуңынан инде еңелгә тура киләсәк.
Илдар Аҡъюлов фотоһы.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: