1 сентябрҙән республиканың 224 831 башланғыс класс уҡыусыһы, ғаиләнең килеме күпме булыуға ҡарамаҫтан, бушлай төшкө аш менән тәьмин ителәсәк.
Бының өсөн ниндәй ҙә булһа белешмәләр туплау кәрәкмәй. Мәктәп ашханалары бәләкәстәрҙе бушлай төшкө аш менән тәьмин итеүгә әҙер. Был ил Президентының ҡарарына ярашлы башҡарылған изге эш. Ошо маҡсатта Рәсәй Федерацияһы бюджетынан 778 миллион һум аҡса бүленде. Был суммаға республика тағы 106 миллион һум өҫтәй.
Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән уҡыусылар һәм инвалид балалар өсөн тәғәйен бушлай туҡланыу һаҡлана.