Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Эхо Москвы” радиоканалына интервью бирҙе. Унда ул коронавирус пандемияһы шарттарында юғары уҡыу йорттары студенттары нисек белем алыуы тураһында хәбәр итте.
Шулай итеп 1 сентябрҙән бакалавриаттың беренсе курсында һәм магистратураның һуңғы курсында уҡыған студенттарҙан тыш башҡалар бөтәһе лә дистанциялы режимда уҡый башлаясаҡ. Был система кәмендә 1 октябргә тиклем һаҡланасаҡ.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, мәктәптәр менән сағыштырғанда уҡыу йорттарында хәлдәр ҡатмарлыраҡ.
– Был шуның менән аңлатыла, унда ятаҡтар бар. Хәҙер студенттар ятаҡтарға килеп тулһа нимә булыр? Беҙ пандемия башында ике ятаҡты япҡайныҡ хатта. Был беҙҙең өсөн ҙур проблема булды, – тине Радий Хәбиров.
Артабан коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап, ҡарар ҡабул ителәсәк.