Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Август 2020, 16:19

Афарин, Тимур!

Республикабыҙҙың химиктар командаһы матур яңылыҡ менән ҡыуандырҙы: улар 500 мең һумлыҡ

Республикабыҙҙың химиктар командаһы матур яңылыҡ менән ҡыуандырҙы: улар 500 мең һумлыҡ грант отҡан.

Рәсәй йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығының йәштәр башланғыстарына гранттар конкурсында республиканың Инженерҙар лицей-интернаты тренеры, Өфө дәүләт нефть техник университетының “Газ һәм химия” йүнәлеше студенты Тимур Маннапов үҙенең проекты менән таныштырған.

Яҡташыбыҙ Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһында үткән “Мәғәнәләр биләмәһе” Бөтә Рәсәй йәштәр белем биреү форумында проектын яҡлаған.

Әйткәндәй, “Олимпия хәрәкәте кәңәш­селәре ассоциацияһы” проекты мәктәп уҡыусыларының химия буйынса олимпиадалары үҫешенә этәргес биреү өсөн ойошторолған. Система нигеҙендә – Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡиям ҡыҙы Әғлиуллина уйлап сығарған эш һәм уҡытыу алымдары.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, “Аврора” һәләттәр үҫеше үҙәге, республиканың Инженерҙар лицей-интернаты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты проект партнерҙары булып сығыш яһаған.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас: