Бөгөн XI класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра башланы. Уҡыусылар 3 июлдә география, әҙәбиәт һәм информатика фәндәренән һынау тотто. Был предметтарҙан имтихан бирергә 5200 бала теләк белдергән. Һынауҙар барышында санитар-эпидемиологик саралар ныҡлы күҙәтелде.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге БДИ ике уҡыусы өсөн күңелһеҙ тамамланған – улар имтихандан сығарылған. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Светлана Антипина “ПроУфу” мәғлүмәт сайты журналистарына белдергән.
Ведомство вәкиле уҡыусыларҙың имтихан ваҡытында шпаргалка файҙаланғаны хаҡында хәбәр итә. Ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын имтихан үткәреү пункты ойоштороусылары күреп ҡалған. Хәҙер был уҡыусылар һынауҙы бер йылдан һуң ғына яңынан тапшыра аласаҡ.
Светлана Антипина хәбәр итеүенсә, быйыл БДИ тапшырғандан һуң шунда уҡ ике көн эсендә имтихан уҙған пунттарҙағы видеояҙмаларҙы ҡарап, онлайн-күҙәтеүселәр йәки ойоштороусылар күрмәгән ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын асыҡларға ҡарар ителгән.
Һынауҙарҙың ғәҙел үтеүен тәьмин итеү өсөн быйыл өс Ситуация үҙәге лә эшләйәсәк. Унда 220 онлайн күҙәтеүсе йәлеп ителә. Шулай уҡ имтихан барышын контролдә тотоу өсөн 75 төбәк һәм 649 муниципаль йәмәғәт күҙәтеүсеһе аккредитация үткән.