Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Май 2020, 16:49

Уҡыусыларға 500 планшет тапшырылды

#помогиучитьсядома

Бөгөн "Берҙәм Рәсәй" тарафынан ғәмәлгә индерелгән "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" федераль программаһы нигеҙендә партияның төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә республика муниципалитеттарындағы ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн 500 планшет тапшырылды. Урындарҙа уларҙы аныҡ адресаттарына – сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға инһен өсөн ХI класс уҡыусыларына таратасаҡтар.
– Ҡатмарлы эпидемиологик осорҙа имтихан тапшырған балалар өсөн дистанцияла уҡырға күсеү айырыуса мөһим. Ун беренсе кластар төрлө программаларҙан файҙаланып, сығарылыш имтихандарына әҙерләнә аласаҡ. Башҡортостан Башлығының ярҙамы менән республикала ошо проект тормшҡа ашырыла, 500 планшет һатып алынды, – тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Ҡулайламалар арауыҡта белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн тапшырыла. Улар "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе Секретары, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Рәсәй юристары ассоциацияһы тарафынан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Әлегә тиклем 200-гә яҡын ғаилә техника менән тәьмин ителгәйне. Уларҙы төрлө кимәлдәге депутаттар, ойошмалар, эшҡыуарҙар, хәлгә битараф булмаған кешеләр тапшырҙы. Ҡайһы бер муниципалитеттар шулай уҡ ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән IХ класс уҡыусыларына ла компьютерҙар тапшырыу мәсьәләһен хәл итә.
– Мөрәжәғәттәр әле лә килә, шуға ла техника йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Мөмкинлеге булған кешеләрҙе уҡыусыларыбыҙға ярҙам итеүгә ҡушылырға саҡырам, – тине "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Эльвира Айытҡолова.
Ҡулланылышта булған төҙөк техниканы һәм яңы гаджеттарҙы түбәндәге адрес буйынса ҡабул итәләр: Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73 (тел.: 276-12-90) йәки Коммунистик урам, 39 (тел.: 298-04-62). Ҡабул итеү пункттары шулай уҡ партияның бөтә ҡала, райондарҙағы урындағы бүлексәләрендә асылған "Беҙҙең хәстәрлек" ирекмән үҙәктәрендә эшләй.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас в