Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
8 Апрель 2020, 00:31

Өфө студенты "Мин - профессионал" конкурсында бронза миҙалын алды!

Ғәҙәттә олимпиада һынауҙары 68 йүнәлештә -- тел ғилеменән алып космосто өйрәнеүгә тиклем -- үткәрелә. "Газохимия" йүнәлешендә белем алған Тимур "Физик химия һәм катализ" бүлегендә баҡыр миҙалын яуланы. //

Ғәҙәттә олимпиада һынауҙары 68 йүнәлештә -- тел ғилеменән алып космосто өйрәнеүгә тиклем -- үткәрелә. "Газохимия" йүнәлешендә белем алған Тимур "Физик химия һәм катализ" бүлегендә баҡыр миҙалын яуланы.

— Мин быйыл өс йүнәлештә үҙ көсөмдө һынап ҡараным. Уларҙың береһендә миҙал алдым, икенсеһендә еңеүсе булдым, өсөнсөһөнөң һуңғы этабында ноль балл алдым, — тип тудент үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. — Күңелем ҡырылдымы? Юҡ, ҡайҙалыр еңелеүемә мин борсолмайым. Алған тәжрибәм киләһе йыл миңә ярҙам итәсәк. "Мин – профи" конкурсы алынған бүләктәре менән генә түгел, ҡыҙыҡлы заданиелары, ҡатнашыусылар өсөн ҡышҡы мәктәптәре, ҡабатланмаҫ тәжрибәһе менән ылыҡтыра.

Уҙған йыл Маннанов ошо уҡ йүнәлештә көмөш миҙал алған ине. Әммә егет бының менән генә туҡтап ҡалырға уйламай. Киләһе йылда ла ҡатнашыу теләге менән яна. Студент ҡатнашыусылар өсөн ойошторолған ҡыҫҡа ғына, әммә бай эстәлекле форумдарҙан йәғни ҡышҡы мәктәптәрҙән таң ҡалыуы тураһында һөйләп үтте. Ойоштороусылар Тимурҙы быйыл Новосибирскиҙағы мәктәпкә саҡырҙылар. Бында йәш егет билдәле лекторҙарҙы тыңлап, үҙе кеүек йәштәр менән арпалашып ҡайтты.

Белешмә өсөн:

"Я – профессионал" олимпиадаһы – ул "Рәсәй -- мөмкинлектәр иле" президент проекттары платформаһында теркәлгән проекттарҙың береһе. Быйыл ул өсөнсө тапҡыр үткәрелде.

Проект маҡсаты — һәләтле студенттарға ярҙам итеү. Олимпиада дипломанттары өсөн магистратура һәм аспирантураға ингәндә льготалар, профилле компанияларҙа стажировка үтеү мөмкинлеге бирелә. Миҙал алғандарға шулай уҡ 300 мең һумға тиклем премия бирелә.

Автор: Эльмира Киеккужина

Читайте нас: