Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
7 Апрель 2020, 18:45

Онлайн дәрестәр башланды

Республика мәктәптәре яңы форматта белем бирә башланы //

Башҡортостан уҡыусылары оҙаҡҡа һуҙылып киткән яҙғы каникулдан һуң яңынан аң-белем серҙәрен төшөнөргә тотондо. Донъяла һәм илдә коронавирусҡа бәйле киҫкен хәл килеп сығыу сәбәпле, уҡыуҙар әлегә дистанцияла ойоштороласаҡ. Тәүге онлайн-дәресте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе үткәрҙе.
“Бөгөн республикабыҙҙың 450 меңдән ашыу уҡыусыһы белем алыуҙы үҙҙәренең класс бүлмәләрендә, мәктәптәрҙә түгел, ә өйөндә, дистанциялы уҡыу рәүешендә башларға мәжбүр. Беҙ бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Әлбиттә, бар ерҙә лә шарттар бер үк түгел. Республикабыҙҙа интернет селтәренә тоташмаған ауыл мәктәптәре бар. Шулай уҡ биш-алты мәктәп уҡыусыһы булған күп балалы ғаиләләрҙә бер-ике генә гаджет булған осраҡтар хаҡында ла беләбеҙ. Һөҙөмтәлә “Кем беренсе булып уҡыясаҡ?” тигән һорау тыуа. Был проблемаларҙы бергәләп хәл итәсәкбеҙ. Бөтә балалар ҙа уҡый алһын өсөн башҡа төрлө алымдар эҙләйәсәкбеҙ.
Мин һеҙгә ниндәй һабаҡтар бирергә теләйем? Беренсенән, барыһы ла үҙегеҙҙән тора. Һәм һеҙҙең киләсәгегеҙ ҙә. Һеҙҙең бурыс – уҡыу.
Икенсенән, бөгөн – геройҙар заманы. Әле, кешеләрҙең иң яҡшы һәм иң насар яҡтары асыҡланған осорҙа, кемдер яҡындарына ярҙам итә, мохтаждарға аҡсаһы менән бүлешә, аҙыҡ-түлек алып бирә, ә кемдер маска һатып байырға, ололарҙы алдап мутлашырға тырыша. Геройлыҡ – ул автомат тотоп яуға инеүҙә генә түгел, ә кеше булып ҡалыуҙа, яуаплылыҡ һаҡлауҙа сағыла. Йылдар үтер, һеҙ ошо ваҡыттарҙы иҫләйәсәкһегеҙ һәм шул саҡта үҙ ҡылыҡтарығыҙ өсөн оялырға яҙмаһын. Бөгөн һеҙҙән артыҡ күп нәмә лә талап ителмәй: үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, уҡығыҙ, үҫешегеҙ!” – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров ҡыҙҙар һәм малайҙарға.
Беренсе кластар өсөн теледәрес
Башҡортостанда БСТ, Башҡортостан 24, Вся Уфа, ЮТВ телеканалдарында беренсе кластар өсөн әҙәби уҡыу, рус теле, математика, рәсем, технология, музыка фәндәре буйынса көн һайын теледәрестәр үткәрелә. Телетапшырыу берәй билдәле шәхес менән “Асыҡ дәрес” үткәрелгәндән һуң ойошторола. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, “Беренсе кластар өсөн теледәрес” проекты теге йәки был сәбәптәр менән онлайн-режимда шөғөлләнә алмаған балалар өсөн үткәрелә.
Уҡытыу форматы
Беренсе дәрестән һуң телеканалдар беренсе кластар өсөн дәрестәр күрһәтеүен дауам итә, ә ҡалғандар, 2-11-се класс уҡыусылары, үҙ компьютерҙары артында уҡый башлай.
Дәрестәр 30 минут дауам итә. Икенсе дәрестән һуң 20 минут тәнәфес (төшкө аш). 1-4-се класс уҡыусылары көнөнә - 4 дәрес, 5-9-сы класс уҡыусылары — 6 дәрес, 10-11-се кластар 7 дәрес уҡый.
Баһалар электрон журналға ҡуйыла. Әйткәндәй, мәғариф министры тәүге аҙнала «икеле» һәм «өслө» билдәләре ҡуйылмай тип вәғәҙәләне.
Өҫтәмә белем биреү ҙә онлайн алып барыла. Дәрестәр 15.00 сәғәттә башлана.
Иң күп яңғыраған һорауҙарға яуаптар:
Интернетым йәки ноутбугым булмаһа, нимә эшләргә?
Бындай осраҡта аҙнаһына өс тапҡыр: дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә һеҙгә ҡағыҙҙа яҙылған эштәр килтерәләр, ә аҙаҡ тикшереү өсөн килеп алалар.
Интернет һәм смартфон булһа, электрон төрҙәге эштәрҙе почтаға йәки мессенджерға ебәрәләр.
— Ғаиләлә бер нисә уҡыусы, ә ноутбук берәү генә икән, нимә эшләргә?
Юғарыла әйтелгән миҫалдағыса, кемдер онлайн уҡыр, ә кемгәлер ҡағыҙҙа яҙылған эштәр килтерерҙәр йәки уларҙы электрон почта аша ебәрерҙәр, моғайын.
Өйгә эштәрҙе тикшерәләрме?
Эйе, баһа ла ҡуйыла. Башҡарылған эштәрҙе почта аша йәки мессенджерҙарға ебәрергә кәрәк.
Проблемалар килеп тыуһа, кемгә мөрәжәғәт итергә?
Тәү сиратта уҡытыусығыҙға.
Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры:
“Кешеләр өйҙә булғас, интернет селтәре менән әүҙем файҙалана. Бәйләнеш каналдарына мотлаҡ көсөргәнеш төшәсәк. Проблемалар булыуы ихтимал, әммә улар хәл итерлек кимәлдә. Шуға күрә телгә алынған осорҙа интернет аша кино ҡарамауығыҙҙы, ҙур файлдарҙы күсереп алмауығыҙҙы, видеошылтыратыуҙар яһамауығыҙҙы һорайым”.
Читайте нас: