Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Март 2020, 01:45

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсы үтте

Беҙҙең педагогтар йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы асыҡ дәрестәр, дәрестән тыш заниятиелар күрһәтеп, юғары һөнәри оҫталыҡтарын дәлилләне //

“Торатау” Конгресс-холда “Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы” республика һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурстарында ҡатнашыусылар тантаналы шарттарҙа бүләкләнде.
Хәйбулла районы намыҫын ике педагог яҡланы. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” номинацияһында 2-се Аҡъяр мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Зарема Турабова тағы ла 73 конкурсант составында уңышлы ҡатнашты. Ә “Йәш уҡытыусы-2020” номинацияһында Сиҙәм мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Фәрвәз Рәхмәтов тағы ла 37 конкурсант араһында үҙен лайыҡлы күрһәтте.
Беҙҙең педагогтар йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы асыҡ дәрестәр, дәрестән тыш заниятиелар күрһәтеп, юғары һөнәри оҫталыҡтарын дәлилләне.
Зарема Борисовна балалар менән уйынсәйәхәт ойошторҙо. Уҡыусылар “География”, “Шиғриәт”, “Музыка”, “Спелеология” станциялары аша үтеп, Великобритания һәм Башҡортостанды өйрәнде.
Фәрвәз Сәлимйән улы үҙ дәресен Сиҙәм мәктәбе уҡыусыларының лицей уҡыусыларын видеосәләмләүҙән башланы. Дәрес темаһы видеоролик файҙаланып һайланды. Дәрестән тыш занятиеала йәш педагог дебаттар ойошторҙо.
Читайте нас: