Йәмле Ташлы йылғаһы буйында, сал ҡылғанлы тауҙар уратып алған бәләкәй генә, тәбиғәте иҫ китерлек матур Әбүбәкер ауылында бынан 65 йыл элек данлыҡлы балта оҫтаһы (ҡайһы бер ауылдаштары әле лә атайым төҙөгән өйҙә йәшәй) ауылдың оҫта гармунсыһы Зәйнетдин һәм тегенгә, ҡул эштәренә, аш-һыуға маһир, йырсы әсәйем Зөлҡәғиҙә ғаиләһендә – ҡыҙ бала, ә ауыл хужалығы техникаһының һәр нескәлектәрен белгән Зәйнулла һәм нескә күңелле Рәйлә ғаиләһендә малай донъяға килә.
Ҡыҙ бала – ул минең апайым Минзилә. Ә малай – еҙнәм Әхмәҙей. Апай бәләкәйҙән йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ, гармунда оҫта уйнай, математика фәнен яратып үҫә. Ә еҙнәйем гармунда уйнап, физика дәресен үҙ итеп, күрше-тирә малайҙарҙың боҙолған велосипедтарын, мотоциклдарын йүнәтеп буй еткерә.
Заманында бөтә районға билдәле, көслө математика уҡытыусыһы Зыя Һаҙый улы Моталов, мәктәптең киләсәген ҡайғыртып, үҙенең урынына математика уҡытыусыһы әҙерләү ниәте менән апайымды, инженер итер өсөн буласак еҙнәйемде Өфөләге 1-се һанлы интернат-мәктәбенә уҡырға ебәрә.
Апайым Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика, еҙнәйем Өфө дәүләт авиация техник институтының авиация двигателдәре етештереү бүлегенә уҡырға инәләр.
1978 йылда дипломлы йәш белгестәр: береһе мәктәпкә математика уҡытыусыһы, икенсеһе райондағы гөрләп торған “Красный доброволец”колхозына инженер булып эшкә ҡайта.
Бер-береһен яратҡан йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Еҙнәйем тыныс, баҫалҡы, ипле холоҡло, бер ҡасан да тауыш күтәрмәй, йомарт, апайым сая, нәзәкәтле, алсаҡ, тәүәккәл, улар бер-береһен тулыландырып, тормошто йәмләп, 40 йыл бергә йәшәйҙәр.
Минзилә апайым уҙ эшенең оҫтаһы,уҡытҡан фәнен юғары дәрәжәлә белә һәм дәресте мауыҡтырғыс итеп аңлата белә, һәр балаға шәхес итеп ҡарай, ғәҙел була, математика фәненән уҡыусыларға төплө белем биреү өсөн өҫтәмә дәрестәр үткәрә, дәрестең сифатын яҡшыртыу өсөн үҙ өҫтөндә күп эшләй, директорҙарға, уҡытыусыларға асыҡ дәрестәр күрһәтә, республика, район конференцияларында, семинарҙарҙа, район методик берекмәһендә докладтар менән сығыш яһай, математика уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһелә була.
Уҡыусыларҙы ижади яҡтан да тәрбиәләй. Студент сағында Башҡортостанды бейеүҙәре менән данлаған Фәйзи Ғәскәровтың түңәрәгенә йөрөгән апайым мәктәптә лә, ауыл клубында ла бейеү, музыка түңәрәктәре аса, райондың мәҙәни конкурстарында ҡатнашып, юғары урындар ала, ғөмүмән, районда, ауыл биләмәһендә үткәрелгән бөтөн сараларҙың уртаһында ҡайнай, Әбүбәкерҙең мәҙәни тормошон йәнләндерә. Улар Федоровка ауыл советының тынғыһыҙ йәмәғәт эшендә ҡайнай, шул иҫәптән Һайлау комиссияһы ағзаһы булып торалар. Апайым “Бөтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” маҡтау билдәһе менән наградлана.
Еҙнәйем ауыл хужалығы техникаһын даими төҙөк тотор өсөн тырыша. “Красный доброволец” колхозы механизаторҙары район буйынса алдынғылыҡты бирмәй, быны бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары дәлилләй.
Федераль дәүләт белем биреү стандартына индерелгәс тә, апайым дәресендә яңы технологиялар, методик алымдар ҡулланып, заманса уҡытыуға ең һыҙғанып тотона.
2009 йылда мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтиханы ҡабул ителә башлағас, аудиторияла ойоштороусы була, яуаплы эште еренә еткереп үтәй.
38 йыл хеҙмәт стажы булған юғары категориялы математика уҡытыусыһының тынғыһыҙ мөғәллимәлек хеҙмәте, райондың мәғарифын үҫтереүҙәге уңыштары “РБ Мәғариф алдынғыһы”, “Рәсәй фәне һәм мәғарифының Почетлы хеҙмәткәре” кеүек маҡтаулы билдәләр һәм бихисап грамота, дипломдар менән баһаланған. Бөгөн үҙе уҡытҡан фәнде яратып, шуға бәйле һөнәр һайлаған уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Билаловтар ҡулға ҡул тотоношоп, маҡсаттарын бергә тормошҡа ашырған, бер –береһен аңлаған, ихтирам иткән, кәңәшләшеп йәшәгән һоҡланғыс ғаилә. Апайымдың матур һәм һоҡланғыс сифаттарының береһе – сабырлыҡ. Тормоштоң бар ауырлыҡтарын, һикәлтәле юлдарын, бер-береһенә ышаныу, ихтибар, ярҙам итеп, татыу, мөхәббәтле булғанға еңеп сығалар. Еҙнәйемдең эшсәнлеге йорт – ҡураһында, етеш донъяһында күренһә, апайымдың уңғанлығы иҫ китерлек матур гөлдәр, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелгән баҡса, аш – һыуҙарында, матур бәйләмдәрендә.
Улар ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп, өсөһөнә лә юғары белем биреп, оло тормошҡа сығарҙы. Балалары намыҫлы, тәүфиҡлы, алдына юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Бәхетле өләсәй менән ҡартатай хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙам итә.
Улар өсөн туғанлыҡ мөнәсәбәттәре ҡиммәт. Изге күңелле, ярҙамсыл еҙнәйем менән миһырбанлы, сабыр йәнле, яғымлы ҡарашлы апайым бер туған ҡустыһының ике улын да тәрбиәләп үҫтерҙе, белем бирҙе, уларҙың туйҙарын үткәрешергә ярҙам итте. Беҙ ҙә, ике яҡтан да туғандары, уларҙың ярҙамын тойоп йәшйбеҙ.
Ихлас, уңған туғандарыбыҙ барҙа донъябыҙ яҡтыраҡ, күңел дә тынысыраҡ. Ауыл халҡы ла хөрмәт итә тырыш, татыу ғаиләне.
Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, балаларының, яҡындарының һөйөүен тойоп, именлектә, ырыҫ, мул тормошта, шатлыҡ - ҡыуаныстар менән, балаларының уңыштарына һөйөнөп, донъяның барлыҡ рәхәттәрен татып йәшәүен теләйбеҙ. Йөҙөгөҙҙән йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Барлыҡ туғандары исеменән Ҡоҙабаевтар ғаиләһе