Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Март 2020, 23:04

Һамар мәктәбендә бик матур сара үткәрелде.

Уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар башҡорт, рус, украин халыҡтарының йолалары, милли ризыҡтары, уйындары тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар. //

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә, Һамар мәктәбендә бик матур сара үткәрелде.
Был сарала беҙ ҙә ҡатнаштыҡ. Уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар башҡорт, рус, украин халыҡтарының йолалары, милли ризыҡтары, уйындары тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар. Ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Беҙ башҡорт халыҡ уйындары “Наза” һәм “Йәшерәм яулыҡ” уйындары менән таныштырҙыҡ, бергәләп уйнап та алдыҡ.
Милли ризыҡтарыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында, талҡандың ни тиклем файҙалы булыуы тураһында әңгәмә үткәрҙек.
Был сарала ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Ойоштороусы Динә Зыя ҡыҙына һәм барлыҡ мәктәп коллективына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйбеҙ.
Юлбарыҫ ауыл клубы төркөмөнән алынды
Читайте нас: