Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Март 2020, 00:59

"ПАПА FEST"

Сираттағы ғаилә ялы үҙенсәлекле һәм фәһемле булды#минтрудрб #службасемьи #хайбуллинскийрайон #семейныйвыходной

ДОСААФ бинаһында ғаилә хеҙмәте белгестәре балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәселәре менән берлектә "ПАПА FEST" тип аталған сара үткәрҙе.
Балалар һәм ата-әсәләр өсөн бик ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән: экскурсия, оҫталыҡ кластары һәм викториналар.
ДОСААФ рәйесе Фаил Юлдашбаев бина буйлап экскурсия ойошторҙо, сөнки күп балалар Аҡъярҙа бындай учреждение булыуын белмәй ҙә.
Салауат Юлдашбаев гитарала хәрби йырҙар башҡарҙы. Малайҙар автомат, парашют йыйып ҡараны, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнде, пневматик винтовканан мәргәнлектәрен һынап ҡараны.
Был ваҡытта ҡыҙҙар оҫталыҡ кластарында әсәйҙәренә бүләккә открыткалар, ҡағыҙҙан сәскәләр, полимер балсыҡтан брошкалар эшләргә өйрәнде.
Психолог майҙансығы ойошторолоп, балалар менән иғтибарҙы, хәтерҙе үҫтереүгә күнекмәләр үткәрелде.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса уҡытыусы Әбделхаҡ Иҫәньюлов юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү буйынса викторина үткәрҙе.
Балалар һәм ата-әсәләр ваҡыттарын бик ҡыҙыҡлы үткәрҙе, күп нимәгә өйрәнделәр.
Читайте нас: