Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Март 2020, 23:38

Геройҙар класс сәғәтенә килде

Балалар хәрби хәрәкәттәр, әрме хеҙмәте тураһында иғтибар менән тыңланы

2-се Аҡъяр мәктәбенең 4-се “а” класы уҡыусылары ысын геройҙарҙы класс сәғәтенә саҡырҙы.
Айнур Баймөхәмәтов 2-се Аҡъяр мәктәбендә уҡыған. Мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә алынып, йәш һалдатты Владикавказға учебкаға ебәрәләр. Артабан Владикавказда сик буйы отрядында хеҙмәт итә.
Спорт яратҡан егет гер күтәреү ярыштарында әүҙем ҡатнаша, кавказ округы сик буйы һаҡсылары араһынла призлы урындар яулай.
Рәмил Ғәббәсов Әбүбәкер мәктәбен тамамлағас, ҡулына повестка ала. Кабардино-Балкарияла хәрби уҡыуҙар үткәс, алты айҙан һуң Чечен Республикаһында хеҙмәтен дауам итә. БТР-ҙа водитель-механик булып хеҙмәт итә, колонна, гуманитар йөктәр, эшелондарҙы оҙатып йөрөйҙәр. Юлдарҙы минанан таҙарталар.
Айнур Хәйбулла улы үҙ хеҙмәтендә Владикавказдың тәбиғәтен, тауҙарының хозурлығын иҫендә ҡалдырған. Ә Рәмил Рафиҡ улы һөйләүенсә, Чечняла йәшәүселәр көндөҙ һалдаттарға яҡҡшы мөғәләмә итһә, кистәрен уларға ҡарай ут аса. Хаттар ярты йылға тиклем адресаттарға барып етмәй.
Класс ысын геройҙарҙы иғтибарлап тыңланы. Бигерәк тә малайҙар ҡунаҡтарға һорауҙар яуҙырҙы ғына.
Читайте нас: