5 июнь кисендә Баймаҡ районында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. «Башинформ»ға ашығыс хеҙмәттәрҙәге сығанағы хәбәр итеүенсә, бер йәшлек ҡыҙсыҡ ихата эсендә торған өрөлмәле бассейнда батып үлгән. Киләһе аҙнала уға ике йәш тулыр ине.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғаилә башлығы йорт ихатаһында балалары өсөн 103×63×18 ҙурлыҡтағы һәм 45 сантиметр тәрәнлектәге бассейн ҡуйған. Был ваҡытта атай кеше машинаһын ремонтлап йөрөгән. Бала күҙ асып йомған арала юҡ булған. Ир ҡыҙының йәнһеҙ кәүҙәһен бассейн төбөндә тапҡан», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
Билдәле булыуынса, ата-әсә, 33 йәшлек ир һәм 38 йәшлек ҡатын, 7 һәм 8 йәшлек ҡыҙҙарын, 5 йәшлек һәм яңы тыуған улдарын тәрбиәләй. Бынан тыш, ҡатындың беренсе никахтан улы һәм ҡыҙы бар. Ғаилә иҫәптә тормаған, ыңғай яҡтан баһалана.
Бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү эш башланған.
.