13 апрелдә төн уртаһында ашығыс хеҙмәттәргә Өфө районындағы Кривое күленә балыҡ тоторға киткән ирҙең өйөнә ҡайтмауы тураһында хәбәр килгән, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Урынға ведомство ҡотҡарыусылары юлланған, эҙләү эштәре башланғас, балыҡсының кәүҙәһен табып, ярға сығарғандар. 1953 йылғы ир ауҙы ҡарайым тип кәмәнән ҡолап төшкән дә шуға уралып, батып үлгән тигән фараз бар.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың тау йылғаларында экстремаль ял яратыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҡотҡарыусылар дежур итә.