Уҙған йәкшәмбелә, 12 мартта, Өфөнөң Маяковский урамындағы фатирҙа 20 йәшлек ҡыҙ менән 20 йәшлек егет үлгән. «Башинформ»ға үҙенең сығанағы хәбәр итеүенсә, фажиғә урынында аҡ онтаҡ табылған.
«Йәштәр туғандарының фатирын ҡуртымға алып йәшәгән. Уларҙың телефоны шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлағас, ата-әсә борсолоп килеп еткән. Ишек бикле булған. Уны асҡас, туғандары егет менән ҡыҙҙың йәнһеҙ кәүҙәһен күргән. Күҙгә күренеп торған йәрәхәттәр табылмаған. Йәштәрҙең үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән», - тип һөйләне мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә.
.