ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Марта 2023, 04:20

Баш ҡалала иҫерткес эсемлектәр магазинында бер ҡатын 19 йәшлек һатыусыны үлтергән

/

Добавить в предпочтительные источники Google
Баш ҡалала иҫерткес эсемлектәр магазинында бер ҡатын 19 йәшлек һатыусыны үлтергәнБаш ҡалала иҫерткес эсемлектәр магазинында бер ҡатын 19 йәшлек һатыусыны үлтергән
Баш ҡалала иҫерткес эсемлектәр магазинында бер ҡатын 19 йәшлек һатыусыны үлтергән
 

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге спирлы эсемлектәр магазинында 29 йәшлек клиент 19 йәшлек һатыусыға бысаҡ менән сәнскән. Ҡыҙҙы дауаханаға алып киткәндәр.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алмағандар. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хәл уҙған ял көндәрендә, 4 мартта булған.

«Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡаланың сауҙа нөктәләренең береһенә һөжүм иткән ҡатынды тотҡан. Һатыусының вафат булыуын иҫәпкә алып, енәйәт эше материалдары прокуратураға ебәрелгән», — тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.

 

Автор:Дарья Субботина.
 
Фото:Ксения Калинина.
 
 
Автор: