Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Декабрь 2022, 11:25

Өфө янындағы баҡсасылыҡ ширҡәтендә сыҡҡан янғында 7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

/

Өфө янындағы баҡсасылыҡ ширҡәтендә сыҡҡан янғында 7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән
Өфө янындағы баҡсасылыҡ ширҡәтендә сыҡҡан янғында 7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән
 

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 5 декабрҙә төндә Өфөнөң Дим районында, «Төҙөүсе» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йорт яныуы тураһында хәбәр иткәндәр. Урынға Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизоны хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

«Янғын урынын тикшергән ваҡытта 7 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған. Урынға саҡырылған табиптар уның үлемен раҫлаған. Шулай уҡ өс кеше (ир менән ҡатын һәм 7 йәшлек ҡыҙ) төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған: уларҙы 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү үҙәгенә алып киткәндәр», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Янғын сәбәбе асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Янғынды һүндереүгә 41 кеше һәм 13 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 23 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән.

 

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Автор:Дарья Субботина.
 
https://bash.bashinform.ru/news/law/2022-12-05/f-yanynda-y-ba-sasyly-shir-tend-sy-an-yan-ynda-7-y-shlek-y-y-mere-lg-n-3057624
Автор:
Читайте нас: