Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Ноябрь 2022, 15:34

Өфөлә 12 миллион һумлыҡ затлы биҙәүестәрҙе урлаған салон хеҙмәткәрен эҙләйҙәр

/

Өфөлә 12 миллион һумлыҡ затлы биҙәүестәрҙе урлаған салон хеҙмәткәрен эҙләйҙәр
Өфөлә 12 миллион һумлыҡ затлы биҙәүестәрҙе урлаған салон хеҙмәткәрен эҙләйҙәр
 

Өфөлә «Мега» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан ювелир салоны хеҙмәткәре затлы биҙәүестәрҙе урлауҙа ғәйепләнә, уларҙың хаҡы яҡынса 12 миллион һум тип баһалана. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, 19 ноябрҙә 22 йәшлек ҡыҙ, эш көнө тамамланғас, ҡиммәтле биҙәүестәрҙе ҡумталарға тултырған да ҡуртымға алынған фатирына алып ҡайтҡан. Һуңынан ул шул уҡ ошо ҡумталар менән ниндәйҙер машинаға ултырып, билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙ Өфөгә Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһынан килгән.

Коллегалары полицияға мөрәжәғәт иткән.

«Башинформ»ға Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле ҡыҙҙы эҙләйҙәр.

«Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 9-сы полиция бүлегендә ошо осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләү эштәре башлаған»,  — тип белдерҙеләр ведомствола.

 

Автор:Дарья Субботина
 
Фото:Ксения Калинина
 
https://bash.bashinform.ru/news/law/2022-11-21/f-l-12-million-umly-zatly-bi-est-r-e-urla-an-salon-he-m-tk-ren-e-l-y-r-3039144
Автор:
Читайте нас: