Баш ҡалала полиция хеҙмәткәрҙәре 76 йәшлек әбейҙең фатирына баҫып инеүҙәрен асыҡлаған. Улар Ленин урамында балкондан фатирға үткән һәм пенсионерға һөжүм иткән 29 йәшлек ирҙе ҡулға алған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, төндә әбей йоҡлап киткәс, уны ят тауыш уятҡан. Ул фатирындағы шкафты тентегән ят ирҙе күреп ҡалған. Пенсионер уянғанын абайлаған баҫҡынсы йүгереп килеп быны туҡмай башлаған. Аҙаҡ ул әбейҙән ике алтын балдаҡты, алҡаларын систергән, тумбочкала ятҡан кәрәҙле телефонды һәм көшөлөктө тотоп сығып киткән. Зыян күреүсе иҫенә килеп улына шылтыратҡан, аҙаҡ полицияға мөрәжәғәт иткән.
Әбей һөжүм итеүсенең билдәләрен тасуирлай алған. Ҡулға алыныусы Өфөлә йәшәгән һәм быға хәтлем дә хөкөм ителгән 29 йәшлек ир булып сыҡҡан. Баҫып инеү факты буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: РФ Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығынан.