Стәрлетамаҡта суд приставтары косметик процедураға яҙылып, ҡатындан 55 штрафты түләтергә мәжбүр иткән. Ул даими рәүештә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Асыҡ башҡарыу производствоһы барышында бурыслының «Фольксваген Туарег» ҡиммәтле сит ил автомобиленә эйә икәнлеге һәм уның йортҡа килеп төрлө косметик процедуралар башҡарыуы билдәле булған.
Гражданды түләнмәгән штрафтары барлығын иҫкәртеү маҡсатында, Стәрлетамамаҡ суд приставтары хеҙмәткәре уға ҡабул итеүгә яҙылған. Был ФССП хеҙмәткәрҙәренә бурыслының автомобиленә арест һалырға мөмкинлек биргән. Иртәгеһен үк ҡатын суд приставтары бүлегенә бурысты ҡаплау тураһында документтар менән килгән.
«11 мең һумлыҡ төп бурыстан тыш, гражданға штрафтарҙы закон ҡабул иткән ваҡытта түләмәгән өсөн 40 мең һумлыҡ башҡарма йыйымды ла түләргә тура килгән», — тип хәбәр иттеләр суд приставтары хеҙмәтендә.
https://bash.bashinform.ru/news/law/2022-10-12/pristavtar-kosmetik-protsedura-a-ya-ylyp-yul-h-r-k-te-a-i-l-ren-bo-ousy-atyndan-55-shtrafty-t-l-terg-m-zhb-r-itk-n-2985764