Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, енәйәт уҙған йылдың сентябрендә Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында ҡылынған. Тәфтишселәр фаразы буйынса, енәйәтсе ирҙең башына бер нисә тапҡыр сүкеш менән һуҡҡан.
Үлтергәндән һуң ул «Рено Логан» автомобилен, 27 банка сәскә-йүкә балын һәм һатыусының паспортын үҙе менән алып киткән. Мәйетте ташландыҡ урында күмеп ҡалдырған.
Бынан алда республика прокуратураһы ғәйепләнеүсене 18 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һорағайны.
Фото: Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы.