Баймаҡта берәү урындағы кафе-бар янында ике иргә бысаҡ менән сәнскән. Ваҡиға урынына полиция һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре килгән. Ҡанға батҡан ирҙәр дауаханаға оҙатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, төндә Стаханов урамында һуғышҡандар.
«Төндә полицияға Баймаҡтың Стаханов урамында бер нисә ир-егеттең һуғышыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ике иргә бысаҡ менән сәнскәндәр. Әле полицейскийҙар енәйәтсене эҙләй», — тип белдерҙеләр республиканың Эске эштәр министрлығында.
https://bash.bashinform.ru/news/law/2022-01-25/bash-ortostanda-politsiya-ur-ynys-en-y-tsene-e-l-y-2667609