Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Ғинуар 2022, 10:07

Ике башлы быҙау донъяға килгән !

Мәсетле районының Оло Аҡа ауылында ғәҙәти булмаған хәл теркәлгән.   

Ике башлы быҙау донъяға килгән !
Ике башлы быҙау донъяға килгән !

Бында хужалар һыйырының оҙаҡ быҙаулай алмауына шаһит була. Бер аҙ ваҡыт үткәс, мал табибы Булат Әлимбаевты саҡыралар.

Быҙау донъяға килгәс, хужалар телһеҙ ҡала. Хайуан ике башлы булып сыға, уның ике күҙе, ике танауы һәм ике ауыҙы бар. Бахырҡай мантый алмаған, оҙаҡламай йән биргән.

Фото: "Мәсетле тормошо"

https://dimbuizary.ru/news/novosti/2022-01-20/ike-bashly-by-au-don-ya-a-kilg-n-2661213

Автор:
Читайте нас: