Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Ноябрь 2021, 21:06

Атаһы менән улы һәләк булған

Әсәй кеше әле иҫән ҡалған балалары янында...     

Атаһы менән улы һәләк булған
Атаһы менән улы һәләк булған

Бөгөнгө төнгө янғын ике кешенең ғүмерен өҙҙө. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Ут Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан шәхси йортта сыға.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, был йортта биш кеше йәшәгән: өс бала һәм уларҙың ата-әсәһе. Янғын сыҡҡан төндө өйҙә балалар менән атаһы ғына булған, әсә кеше төнгө сменаға заводҡа эшкә киткән. Ике малай 2009 һәм 2016 йылғы һәм ҡыҙҙары 2007 йылғы.

Йортта ут сыҡҡас ҡыҙ 12 йәшлек ҡустыһын сығара. Әммә ул янған өйгә кире инеп китә һәм башҡаса сыҡмай. Шулай уҡ атай кеше лә янғындан сыға алмай.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, бәләкәй баланы күршеләре ҡотҡара. Ул ҡыҙыҡайҙың ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишетеп ҡала. Йүгереп килә лә, йорттоң ҡыйыҡ аҫтындағы ҡатында бәләкәй малай ҡалғанын белә һәм тәҙрә аша менеп, биш йәшлек малайҙы ҡотҡара.

Шунда уҡ урынға килеп еткән ҡотҡарыусылар һуңғараҡ ғаилә башлығы менән уның улының кәүҙәһен таба. Әсәй кеше әле иҫән ҡалған балалары янында.

Урында 15 янғын һүндереүсе һәм биш берәмек техника эшләй. Әлеге ваҡытта тәфтиш-оператив төркөм һәм тәүтикшереүсе янғындың сәбәптәрен асыҡлай. Шулай уҡ Өфөнән һынау янғын лабораторияһы белгестәре сыҡҡан.

Бынан тыш был янғын менән Тәфтиш комитеты ла шөғөлләнә. Тәфтишселәр ир менән баланың нисек үлеүен асыҡлай, урында тикшереү бара, аҙаҡ суд экспертизалары билдәнәсәк.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мингалиева
https://dairagazite.ru/articles/common_material/2021-11-22/ata-y-men-n-uly-l-k-bul-an-2592007
Автор:
Читайте нас: