Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ҡалала йәшәгән 31 йәшлек ир дуҫын һуңғы юлға оҙатырға килгән. Аҙаҡтан ул уның әсәһенең 15 мең һум аҡсаһын урлаған.
Алдан күҙаллауынса, 68 йәшлек хаҡлы ялдағы ҡатындың аҡсаһы улын ерләгәндә йорттан юғалған. Оперативниктар шик аҫтындағы кешенең шәхесен асыҡлаған һәм уны ҡулға алған. Аҡсаны быға тиклем дә шул статья буйынса хөкөм ителгән 31 йәшлек ир алған булған. Ул ҡылған ҡылығы тураһында һөйләп биргән.
Баҡтиһәң, ир дуҫы менән хушлашырға килгән һәм барыһы ла зыяратҡа юлланғас, өй йыйыштырам тип ҡалған. Ир дуҫының әсәһенең көшөлөгөн эҙләп тапҡан һәм унан 15 мең һум аҡсаны алып сығып киткән. Сикһеҙ ҡайғыға дусар булған ҡатын аҡса юғалыуын һиҙгәс урлашыу тураһында ғаризаны шунда уҡ яҙмаған, аҙаҡтан ғына полицияға мөрәжәғәт иткән.
Урлашыу факты буйынса енәйәт эше асылған, ир ҡулға алынған.https://www.bashinform.ru/news/law/2021-10-20/v-bashkirii-muzhchina-na-pohoronah-obokral-zhenschinu-poteryavshuyu-syna-2554181
Фото:пресс-служба МВД по РБ.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://bash.bashinform.ru/news/law/2021-10-20/du-yn-erl-g-nd-s-ene-a-sa-yn-urla-an-2554273