Өфөнөң 18-се дауаханаһында баҡса йортондағы янғында һеңлеһен ҡотҡарырға маташҡан 15 йәшлек малай вафат булған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Үҫмерҙең тәненең 50 проценты бешкән, ул фажиғәнән һуң аҙнанан ашыу реанимацияла ятҡан.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 20 сентябрҙә Өфөнөң Калинин районында, Федоровка ауылының «Ольховое» коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә ишле ғаиләнең баҡса йорто янып киткән. Күп балалы ғаилә унда 2015 йылдан бирле йәшәгән. 9 йәшлек ҡыҙ янып үлгән, 15 йәшлек малай һеңлеһен ҡотҡарырға тырышҡан, ләкин үҙенең тәне ныҡ бешкән. Өлкән ҡыҙҙары фажиғә көнөндә өләсәһендә булған.
Ғаилә ауыр тормош хәлендә ҡалған. Ата-әсә һәм уларҙың балалары кейемгә, көнкүреш әйберҙәренә мохтаж. Калинин районы хакимиәте ғаиләгә ваҡытлыса йәшәү өсөн торлаҡ менән тәьмин иткән.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
https://www.bashinform.ru/bash/1650957/