Өфөлә 15 сентябрҙә билдәһеҙ водитель ете йәшлек малайҙы бәрҙереп ҡасҡан.
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, Төхфәт Йәнәби урамынан хәрәкәт иткән билдәһеҙ автомобиль водителе Баландин бульварына боролғанда 11 йәшлек апаһы менән светофорҙың йәшел утына юл аша сығып барған малайҙы бәрҙергән. Водитель авария урынынан ҡасҡан.
Баланың аяғы имгәнгән. Әлеге ваҡытта водителде эҙләйҙәр.
«Уның «Toyota Camry» автомобилендә йөрөүе ихтимал. Ошо ваҡиғаның шаһиттарынан яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт итте автоинспекторҙар республикала йәшәүселәргә.