Бөгөн таң менән Өфө ҡалаһының Пугачев урамында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, ҡапма-ҡаршы килгән "Фольксваген Поло" һәм "Тойота Камри" йөҙгә-йөҙ бәрелешкән. Тәүге сит ил автомобиленә идара иткән 25 йәшлек водитель шунда уҡ йән биргән. "Тойота"нан 44 йәшлек водитель һәм уның 26 йәшлек пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.