Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Апрель 2021, 13:42

Сос таксист бурҙарҙы тотторған

Ике ир ҙур-ҙур сумкалары менән машинаға инеп ултыра...

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 34 йәшлек таксист магазин талаусыларҙы полицияға тотторған.
Ир күрше магазин тәҙрәләренең ватылғанын күреп, полицияға хәбәр итмәксе була. Шылтыратырға ғына торғанда, сауҙа нөктәһенән алыҫ булмаған ерҙән яңы заказ килә.
Ике ир ҙур-ҙур сумкалары менән машинаның артҡы урынына инеп ултыра. Был шикле клиенттар таксисҡа тынғылыҡ бирмәй, шулай ҙа юлға сығырға ҡарар итә. Тик ул клиенттарын билдәләнгән адрес буйынса алып барып еткереү хаҡында уйламай ҙа, ян-яғына ҡаранып, күҙҙәре менән полицейскийҙарҙы эҙләй.
Юл-патруль хеҙмәте машинаһы күренеү менән таксист, автомобилен туҡтатып, бөтә ишектәрҙе бикләп ҡуя. Полиция хеҙмәткәрҙәренә шикле күренгән ирҙәрҙе машинаһына ултыртыуын хәбәр итә.
Таксистың һиҙемләүе дөрөҫкә сыға, уғрылар магазиндан ҡиммәтле ҡатын-ҡыҙ кейемдәрен урлаған була. Иглин районында йәшәгән 26 йәшлек ир һәм Өфө ҡалаһынан 32 йәшлек егет 60 мең һумлыҡ табыштарын урамда осраҡлы кешеләргә һатып байырға уйлаған.
Был хәл буйынса енәйәт эше асылған, урланған әйберҙәр тартып алынған.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: