Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Апрель 2021, 13:45

Мопед водителе һәләк булған

Яҙ һәм йәй айҙары етеү менән мопед, скутер менән йөрөүселәр һаны ла, улар менән авариялар ҙа арта...

Кисә республика юлдарында ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда алты кеше имгәнгән, берәүһе һәләк булған.
Көндәр йылыныу менән күп кеше мопедта йөрөй башланы һәм тәүге үлемесле авария теркәлеп тә өлгөрҙө. Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 25 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ике тәгәрмәсле транспорт водителе мопедҡа идара итеүҙе юғалтып, түңкәрелә. Һөҙөмтәлә хәрәкәт итеүсе троллейбустың артҡы тәгәрмәсе аҫтына барып эләгә. Алған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ вафат була.
Яҙ һәм йәй айҙары етеү менән мопед, скутер менән йөрөүселәр һаны арта. Шуға күрә ата-әсәләрҙе йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: үлем һәм төрлө тән йәрәхәттәренә килтергән мопед, мотоцикл, скутерҙарға бәйле аварияларҙың күбеһендә улар менән идара итеүселәрҙең рөхсәт таныҡлығы булмай сыға. Балаларығыҙ һораған транспортты һатып алыр алдынан тәүҙә ул һәм ҡыҙҙарығыҙға таныҡлыҡ алыуҙы хәстәрләгеҙ, аҙаҡ ҡына уларҙың үтенесен ҡәнәғәтләндерегеҙ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: